#Әсәйҙәр_көнө
#Төрөмбәт_дөйөм_белем_биреү_мәктәбе
Белем усағыбыҙҙа әсәләр байрамын үткәреүҙе балалар түҙемһеҙләнеп көтөп алды.Билдәле көндө байрамса биҙәлгән залда улар ҡәҙерлеләрен тулҡынланып ҡаршы алды .Уҡыусылар, әсәләренә арнап, иншалар яҙҙы, портреттар төшөрҙө, видеокотлаузар,яңы йыр-бейеү ҙәр әҙерләнеләр.Ихлас башҡарылған сығыштарҙа ла ,йөрәк йылыһын ҡушып эшләгән бүләктәрҙэ лә-барыһында ла балаларҙың әсәйгә булған һөйөүе сағылды. Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр алып барыусыларыбыз-6 синыф уҡыусылары башҡарған шиғырҙар менән үрелеп барҙы. Һәр ваҡыттағыса, башланғыс синыф уҡыусыларының сығыштары үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Уҡытыусыларыбыҙҙын үҙ балалары менән (солистка Рахмангулова Гөлназ Р.)
матур йыр башҡарыуы байрамдың бер биҙәге булһа, баянда бейеү көйҙәре яңғырауга (физик культура уҡытыусыһы ,баянсы Рәфис Сафуан улы)әсәйҙәрҙең дәртле баҫып бейеүгә төшөүе күңелдәргә шатлыҡ өҫтәне.
Ауылдың күркәм ҡатын-ҡыҙҙарына, балаларыбыҙҙың ғәзиз әсәләренә ныҡлы һаулыҡ, балалар шатлығы, ғаилә именлеге, тыныс аяҙ күк теләйбеҙ. Ауылдың, мәктәптең киләсәген һаҡлауға , яҡлауға тос өлөш индергән ошо хөрмәтле әсәйҙәргә ,рәхмәт әйтеп, бөтмәҫ рухи,физик көс,дәрт-дарман,яҡшы башланғыстар юлдаш булыуын теләйбеҙ!!! |