Төрөмбәт мәктәбендә 30 апрель көнө шағир Рәмзил Вәлиевтың хәтер кисәһе үтте. Йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскән талант эйәһенә 60 йәш тулған булыр ине. Ул үҙен- Өршәк йылғаһының бер ҡамышына тиңләй, йәшәүҙе-мәңгелек менән сағыштыра. Уның китабы донъя күргән, шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән. Йәш шағир хаҡында Ким Әхмәтйәнов "Совет Башҡортостаны" гәзитендә күләмле мәҡәлә баҫтыра. Тағы бер китаплыҡ ҡабатланмаҫ яҙмалары һаҡлана.
Кисәлә мәктәп уҡыусылары Рәмзил Вәлиевтың шиғырҙарын яттан һөйләне, класташтары, уҡытыусылары, туғандары хәтирәләре менән бүлеште. Йор һүҙле, алсаҡ, һәләтле яҡташыбыҙҙың исеме, ижады онотолорға тейеш түгел. |