1 июндә балаларҙы һауыҡтырыу йүнәлешендә «Сәләмәтлек иле» лагеры 30 баланы ҡабул итте. Был лагерҙа башлыса башланғыс уҡыусылары ял итә. Бында уҡыусылар төрлө экскурсияларға, театрҙарға йөрөйҙәр, интеллектуаль уйындар, спорт ярыштары ла үткәрелә..Лагерҙы асыу тантанаһы үҙе бер сағыу тамаша булып үтте. Башланғыс класс уҡтыусылары әкиәт геройҙары булып кейенеп балаларҙы ҡаршыланы.Лагерь начальнигы Азалия Зиннур ҡыҙы Моратова балаларға күңелле ял теләне.