Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы «7 аҙым» марафоны» флешмобын иғлан итте.
Уның шарттары буйынса, Аҡмулланың «Нәсихәттәр»енә таянып, һәр теләүсе әҫәрҙә билдәләнгән ҡиммәттәрҙең асылын яратҡан ижади ысул менән сағылдырырға һәм, видеояҙма төшөрөп, айырым хештег ҡуйып, интернет селтәрендә урынлаштырырға тейеш.
Беҙҙең Төрөмбәт мәктәбе лә марафонға ҡушылды һәм беҙ көн һайын тиерлек бер мөһим сара үткәрергә тырышабыҙ.
Тәүге көндө «Иман» һүҙенең мәғәнәһен аныҡлап, уның асылын билдәләү маҡсатында төрлө синыф уҡыусыларына һорауҙар бирелде, ошо темаға синыф сәғәттәре үткәрелде, Аҡмулланың шиғырҙарын яттан һөйләү башланды.
Икенсе көндө («Күңел») балаларҙың күңеленә ятҡан шөғөлдәре тураһында әңгәмәләр, оҫталыҡ сәғәттәре уҙғарылды, һәләттәрен асыу өҫтөндә эште әүҙемләштереү кәрәклеге әйтеп үтелде.
Марафон башында уҡ мәктәптең фойеһында республикабыҙҙын күренекле шағир-яҙыусыларының фотоһүрәттәре һәм китаптарынан торған күргәҙмә ойошторолдо. («Аҡыл»). Кескәйҙәрҙең, уларға ҡарап, уҡытыусы апайҙарынан кемдең-кем булыуы тураһында һорашып, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ҡыҙыкһыныуҙары һөйөндөрә өлкәндәрҙе.
Йома көнө («Шөкөр») мәктәп етәкселеге, дөйөм ата-әсәләр йыйылышы уҙғарып, әлеге ваҡытта балалар һәм ата-әсәләр өсөн мөһим булған мәсьәләләр ҡуҙғатты, уларҙы хәл итеүҙә берҙәмлектә эшләргә саҡырҙы. Ошо уҡ сара барышында республика матбуғатының гәзит-журналдарына яҙылыу ҙа ойошторолдо. Ата-әсәләрҙең телебеҙҙе, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙың әһәмиәтен балаларға аңлатыуҙағы роленә иғтибар бирелде, халыҡ педагогикаһының ыңғай йоғонтоһо телгә алынды. Әҙәплелек темаһына арнап, көн тәртибендә айырым бер пункт ҡуйылғайны.(«Әҙәп»).
Йыйылышҡа тиклем бөтә мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында «Әйҙә баҫтыҡ башҡортса!» тип аталған бейеү флешмобы үткәрелде. Ул балаларҙың барыһының да күңеленә хуш килде: улар бик дәртле бейеп, күтәренке кәйефтә өйҙәренә таралышты.
Флешмобтың аҙаҡҡы көндәренә лә фәһемле саралар планлаштырылған (шиғриәт кисәһе, диктант яҙыу), улар ҙа уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыр тип уйлайбыҙ.
Был марафонды ойоштороусыларға һәм уларҙы күтәреп алыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Ошондай саралар уҙғарылып торғанда милләтебеҙҙең киләсәге лә өмөтлө булырына ышаныс тыуа! |