10 октябрь көнө уҡытыусылар коллективы, ауыл советы, клуб хеҙмәткәрҙәре менән бергә Тимеркәй шишмәһен таҙартырға барҙыҡ. Тирә-яғын тырмалап, шишмәһен таҙартып, торбаһын алмаштырҙыҡ. Күккәзә урманы янындағы Усман ҡойоһының тирә-яғын да сүп-сарҙан таҙартып, йыйыштырып ҡуйҙыҡ. Һәр кем эшләгән эшенән ҡәнәғәт булып, арып-талып өйөнә таралышты. |