30 май көнө Төрөмбәт ауылында, мәктәп коллективы менән берлектә , ауылыбыҙҙың йәмле Өршәк буйында балалар һабантуйы уҙғарылды. Үҫеп килеүсе йәш быуынға халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо был байрам. Балалар кемуҙарҙан көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу , ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, көйәнтә менән һыу ташыу, йыр, шиғыр бәйгеләрендә ихлас ҡатнашты. Ә малайҙар өсөн айырым бәйге - көрәш иң сәмлеһе булды. Байрамға балалар ғына түгел өлкәндәр ҙә килгәйне. Улар ҙа балалар менән бер рәттә уйнаны, йырланы, күңел асты. Күңелле һәм дәртле йыр-моң, музыка аҫтында балалар өсөн ойошторолған һабантуй гөрләп-шаулап уҙып та китте. Байрамдан һәр кем дәрт алып, шатланып таралышты. |