Төрөмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда мәктәп менән берлектә 8 май көндө Бөйөк Еңеүҙең 73 йылы айҡанлы байрам тантанһы булып үтте.Килгән ауылдаштарҙы ветерандар советы рәисе Тәлғәт Ғиниәт улы, ауыл хәкимиәте башлығы Әмәнулла Ташбулат улы байрам менән ҡотланылар. Яуҙан әйләнеп ҡайтмаған ауылдаштарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар. Уҡыусылар бик матур концерт күрһәттеләр.Һуңынан обелискка сәскә һалдылар