Шаулап-гөрләп "Йәйләүҙең" 21 көнө үтеп тә китте. Һуңғы көндө балаларҙың теләге буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһына ял итергә барҙыҡ. Балалар төрлө аттракциондарҙа уйнап кинәнде. Күптәрҙең Гагарин паркына тәүләп килеүе ине. Һуңынан йәйләүгә ҡайттыҡ. Унда беҙҙе ашнаҡсылар тәмле аштар менән көтөп торғандар. Аштан һуң балалар өйҙәренә таралды.Балалар хатта Йәләүҙең тамамланыуына үкенес тә белдерҙе. Был һүҙҙәр беҙең өсөн иң ҙур бүләк ине. Һау бул "Йәйләү"!