https://vk.com/public198346316?z=video-198346316_456239057%2Fbd23f393d192bcf6f8%2Fpl_wall_-198346316
Ергә шаулап-гөрләп яҙ килгәндә билдәләнә 8март байрамы,сөнки хатын -ҡыҙ үҙе лә Яҙ һымаҡ һәр саҡ күкрәп-балкып тора,янындағыларҙы үҙенең һөйөүе ,иғтибары, йылылығы менән наҙға сорнай. Һәр баланың яҡын кешеләренә булған иң йылы хистәре йөрәк түрендә һаҡланып ,тап ошо көндө изге теләктәр булып ҡәҙерлеләренә еткерелә.Байрамга арналған сараға мәктәп байрамса биҙәлде ,балалар иншалар яҙҙы, һүрәттәр төшөрҙө, яңы йыр -бейеүҙәр өйрәнде, үҙ ҡулдары менән матур бүләктәр эшләне. Тейешле сәғәткә байрамса кейенгән,күтәренке күңелле өләсәйҙәр, әсәйҙәр, апайҙар дәррәү йыйылды.Афарин!!!Алтынсыларыбыз ,класс етәксеһе Ильясова Ф.М. әҙерләгән әҙәби сара йыр - моңға,бейеүҙәргә үрелеп барҙы.
Матур йырҙарыбызга "Умырзая",йырланылар Гө лфинур Рауфовна, Гөлназ Расуловна,"Тал бишек"-Минира Винеровна ,эшләнгән хореографик композициялар (инглиз теле уҡытыусыһы Гөлназ Расуловна етәкселегендә)барыбыҙҙың күңеленә хуш килде,күңелдәрҙе нескәртеп ебәрҙе. Ҡатын-ҡыҙ күңеле лә бит бәләкәстәребеҙ һүрәтләгән умырзая һымаҡ саф,яҡтылыҡҡа ынтылыусан .Һәр әсә бишектә үҫтергән сабыйҙарын ғүмер буйы һаҡлап барыр изге йән ул.Ҡунаҡтарыбызга ҡотлау ихлас күңелдән башҡарылған башҡа шиғырҙарҙа,бейеүҙәрҙә лә сағылды.Байрам күтәренке кәйеф, киләһе көнгә ышаныс бирҙе.
Ауылыбыҙҙың,мәктәбебеҙҙең терәге булған аҫыл хатын -ҡыҙҙарын,уҡыусы ҡыҙҙарыбыҙзы,күркәм байрам менән ҡотлайбыҙ!!!Йөҙөгөҙзэн ихласлыҡ, мөләйемлек , яҡты нур һүнмәһен. Һәр саҡта ла шулай серле,наҙлы, һылыу булып ҡалығыҙ!Һаулыҡ, күңел тыныслығы, аяҙ тыныс күк йөҙө теләйбеҙ. |