Суббота, 18.05.2024, 18:01
Приветствую Вас Гость | RSS

Филиал МБОУ СОШ с.Степановка «ОШ с.Турумбет»

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2013 » Декабрь » 9 » Заһитов Әхмәт Миҙхәт улы тураһында....
17:31
Заһитов Әхмәт Миҙхәт улы тураһында....
Төрөмбәт мәктәбенең тарих , "Башланғыс хәрби әҙерлек”, хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы, көрәшсе, Төрөмбәт мәктәбендә беренсе милли көрәш секцияһын ойоштороусы һәм етәкләүсе   
Заһитов Әхмәт Миҙхәт улы тураһында....

Заһитов Әхмәт Миҙхәт улы 1950 йылдың 25 октябрендә Ауырғазы районының Игенсе ауылында тыуа. Игенсе башланғыс мәктәбен тамамлағас Михайловка мәктәбендә  8- се класҡа тиклем белем ала.  9-10-сы кластарҙы Мораҙым урта мәктәбендә тамамлай. Мәктәпте тамамлағас колхозда эшләй башлай.1969 йылда, Стәрлетамаҡ водителдәр курсын тамалап ҡайтып, Газ-51 машинаһында  ең һыҙғанып эшкә тотона.
1969 йылдың 29 октябрендә Совет Армияһы сафтарына алына. 1970 йылдың 26 декабрендә отпускыға ҡайтҡан ваҡытында  Гөлгөнә апайға өйләнеп, ғаилә ҡороп, яңынан хеҙмәт итергә китә. 1971 йылдың 6 ноябрендә хеҙмәтен тултырып тыуған ауылына ҡайтҡас Төрөмбәт мәктәбе директоры Моталлапов Ғәбит Мифтахович тәҡдиме менән  мәктәптә  механизаторҙар әҙерләү буйынса инструктор булып эшкә тәғәйенләнә. 1972 йылда Ҡазан, Өфө хәрби училищеларында курстар  үтеп ҡайта һәм ошо уҡ йылдың 1 сентябренән мәктәптә " Башланғыс хәрби әҙерлек” дәрестәрен уҡыта башлай.  Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп  Стәрлетамаҡ совхоз-техникумында уҡый. Уны тамамлағас Өфө ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Йәш белгесте "Өршәк” колхозының мал һимертеү фермаһында етәксеитеп ҡуялар.
 Мәктәп программаһына "Малсылыҡ нигеҙҙәре” фәне индерелгәс уны  Әхмәт Миҙхәт улына йөкмәттеләр, ул ваҡытта ул ауыл хужылығы институтын тамамлағайны. Предметы буйынса кабинет булдырып, уны тиҙ арала йыһазландырып алды, ә тарих фәнен уҡыта башлағас уныһына ла яңылыҡ индерҙе.
 Әхмәт Миҙхәт улы дәрестәрендә төрлө алымдар, күп төрлө күргәҙмәлектәр ҡулланып эшләй ине.  Ул бер нәмәгә лә иренмәй:уҡыусылар менән колхоздың  трактор паркына экскурсияға   йөрөйҙәр, трактористарға ярҙам да ойошторалар, хәрби әҙерлек дәрестәре буйынса уҡыусылар менән йәйен дә ҡышын да яланға атырға сығалар һ.б.
  Яңы мәктәп булғас  спорттың төрлө төрҙәре буйынса секциялар эшләй башлай. Үҙе  һабан туйҙарында, ярыштарҙа бик күп еңеүҙәргә өлгәшкән кеше булараҡ, Әхмәт Миҙхәт улы  милли көрәш секцияһын ойоштороп ебәрә. Ул ваҡыттарҙа уның уҡыусылары Вәкил Ильясов, Әхмәт Ильясов, Булат Ильясов, , Айрат Галимовтар көрәш буйынса  райондың чемпиондары булып торҙолар.
 Уның уҡыусыһы Вәкил  Искәндәр улы Ильясов хәҙерге ваҡытта спорт мастеры , донъя чемпионы. Үҙенең ошо дәрәжәгә өлгәшеүендә Әхмәт Миҙхәт улының  өлөшө ҙур булыуы тураһында онотмай  Вәкил Искәндәр улы. Ә Юнир Искәндәр улы  Ильясов спорт мастеры, республиканың иң яҡшы тренеры исеменә лайыҡ булды.
Уҡыусылары Заһит Хажиәхмәт  улы Солтакаев, Булат Мирғәли улы Ильясов, Әхмәт Мирғәли улы Ильясовтар күп тапҡыр республика чемпиондары, хәҙер үҙҙәре  йәш  быуынға көрәш серҙәрен өйрәтәләр, милли көрәште яңынан тергеҙеү өсөн арымай-талмай ең һыҙғанып эшләйҙәр
 Ауылдаштары, уҡыусылары , коллегалары хәтерендә Әхмәт Миҙхәт улы көслө рухлы, үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәгән, һәр яңылыҡты башлап йөрөүсе  кеше булып хәтерендә  ҡалған.  Колхоз етәкселәре тарафынан, көрәш буйынса,  уҡыусыларҙы патриотик рухта тәрбиәләгәне өсөн республика тарафынан бирелгән күп һанлы грамоталары был турала дәлил булып тора.

Просмотров: 628 | Добавил: Alexleo11 | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2013  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz