Суббота, 18.05.2024, 18:27
Приветствую Вас Гость | RSS

Филиал МБОУ СОШ с.Степановка «ОШ с.Турумбет»

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 2
Пользователей: 0

Главная » 2019 » Ноябрь » 6 » Рәшит Назаровҡа-75
15:40
Рәшит Назаровҡа-75

                                                                                                     

1 ноябрҙә Төрөмбәт мәктәбендә яҡташыбыҙ бөйөк шағир Рәшит Назаровтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы юбилей кисәһе уҙғарылды. Баш ҡаланан ҡунаҡтар, яҙыусылар, шағирҙар килделәр. Улар араһында - филология фәндәре докторы Ф.А.Нәҙершина, филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла ис.БДПУ-ның башҡорт филологиһы факультеты деканы Л.Х.Сәмситова, филология фәндәре кандидаты Л.М.Хөсәйенова,"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире С.Ғ.Кәримов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Ә.М.Ишемғолов, "Зәңгәр шишмә" әҙәби берекмәһе етәксеһе Вәрис Аҡбашев һәм башҡалар бар ине. Уҡыусылар уҡытыусылар менән берлектә бик матур сара әҙерләнеләр. Ҡунаҡтар шағирҙың музейында булдылар, ҡәберенә сәскә һалдылар. Артабан сара ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Уҡыусыларҙың сығышы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Улар шағирҙың шиғырҙарын илһамланып һөйләнеләр, йырҙарын йырланылар. Ҡунаҡтар үҙҙәренең сығышында күренекле башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың 75 йыллыҡ юбилейын үткәреүгә ҙур көс һалғаны өсөн мәктәп һәм клуб етәкселегенә рәхмәт белдерҙе, шағирҙың исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индерҙе.

Просмотров: 275 | Добавил: Alexleo11 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Ноябрь 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz