Суббота, 18.05.2024, 20:43
Приветствую Вас Гость | RSS

Филиал МБОУ СОШ с.Степановка «ОШ с.Турумбет»

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2023 » Январь » 10 » Минең Башҡортостан
14:53
Минең Башҡортостан

#2022Башкорт_мәҙәниәтен_һәм рухи_мираҫты_һаҡлау_йылы #Эскурсиялар
 

Быйылғы йылда халҡыбыҙҙың бай мираҫын өйрәнеүгә, һаҡлауға йүнәлтелгәнсаралар төрлөлөгө ,күплеге менән айырылып торҙо. Шуларзын береһе-тарихи  урындарға, музейҙарға ойошторолған экскурсиялар. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары өсөн фәһемле, бай йөкмәткеле, иҫтәлекле сәйәхәттәр әленән-әле ойоштороп тора . Яңы уҡыу йылы башынан уҡыу алдынғыһы, бал ҡорто һымаҡ тырыш ,бар сараларҙа ла әүҙем Әҙиләбеҙ район мәғариф бүлеге тарафынан "Минең Башҡортостан "тип аталған сәйәхәткә саҡырылды. Балалар Шишмә районында һаҡланған 13 быуат ҡомартҡыһы- Хөсәйенбәк кәшәнәһен күрҙеләр,мәшһүр шағирыбыҙ Мостай Кәримдең йорт -музейындагы ҡәҙерле экспонаттар менән таныштылар. Артабан юл әүлиәләр тауы-Нарыҫтауга ятты.Был күптәргә таныш изге урын Миәкәлә урынлашҡан. Бөйөк Аҡмулла эҙҙәрен һаҡлаған төйәктә булыу ,изгелек кенә ҡылыусы әүлиәләр тауына артылыу балаларҙың күңелдәрендә оҙаҡ һаҡланыр. Береһенән-береһе матур ауылдар,йәшел урмандар,йәмле йылға-күлдәрзе артта ҡалдырып, автобус елә.Гүзәл тыуған яғын ,уның тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүсе уҡыусылар бай тәьҫораттар, рухи аҙыҡ туплап, таралышты.

Просмотров: 62 | Добавил: Alexleo11 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Январь 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz