Суббота, 18.05.2024, 21:13
Приветствую Вас Гость | RSS

Филиал МБОУ СОШ с.Степановка «ОШ с.Турумбет»

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2023 » Январь » 10 » Өфөгә экскурсия
14:57
Өфөгә экскурсия

#2022Башкорт_мәҙәниәтен_һәмрухи_мираҫты_һаҡлау_йылы #Төрөмбәт_дөйөм_белем_биреү_мәктәбе #Халҡым_мираҫын_өйрәнәм

 

Бала саҡ хәтирәләренең иң иҫтә ҡалғандарының береһе ул- башҡалаға экскурсия. Ә класташтар ,дуҫтар,уҡытыусылар менән бергә барғанда,был ваҡиға күңелле лә, файҙалы ла сара булып ,күңелдә уйылып ҡала.
Сираттагы экскурсияны 5,6,7 кластар өсөн класс етәкселәре Ильясова Ф.М.,Рахмангулова Г.Р. ноябрь айында ойошторзо.Теремек тә ,шаян да ,ҡыҙыҡһыныусан да шул ошо класс уҡыусылары. Күп белергә, күрергә, өйрәнергә ашҡынып, торалар .Маршрут әҙер,тейешле күрһәтмәләр алынған, гүзәл башҡалаға барып етеү һиҙелмәй ҙә үтте.
Төп маҡсаттарҙың береһе- балаларҙы легендар генерал ,башҡорттоң ҡыйыу улы Миңлеғәли Шайморатовҡа асылған мөһабәт һәйкәл менән таныштырыу ине.Был ваҡиға күптән түгел республикала киң билдәләп үтелде.Иҫ киткес мемориаль комплекс башҡорт халҡының патриотизмын,ҡаһарманлыҡ тарихын һөйләй. Балалар һәр һындың,элементтың нимә аңлатҡанын төшөнөргә тырыштылар ,һорауҙар бирҙеләр.
Икенсе мөғжизә- Милли музей- үҙенең байлығы,үҙенсәлекле булыуы менән таң ҡалдырҙы. Төрлө бүлектәр буйлап балаларҙы экскурсоводтар оҙатып йөрөнө, экспонаттар менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе.
Башҡала буйлап сәйәхәт лунопаркта мажаралы әкиәт ҡарау менән тамамланды. Бында балалар серле Йыһан киңлегендә йөҙҙөләр, телескоптан йондоҙҙарҙы күҙәттеләр. Бай тәьҫораттар алып,киске башҡала уттарына һоҡланып,күңелдәре күтәренке балалар йырлай-йырлай ҡайттылар.

Просмотров: 78 | Добавил: Alexleo11 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Январь 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz