Суббота, 18.05.2024, 19:44
Приветствую Вас Гость | RSS

Филиал МБОУ СОШ с.Степановка «ОШ с.Турумбет»

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2023 » Январь » 10 » Башланғыс синыф уҡыусыларның Яңы йыл иртәлеге
15:10
Башланғыс синыф уҡыусыларның Яңы йыл иртәлеге

#ЯңыЙыл #2023 #ОШсТурумбет


29 декабрҙә Төрөмбәт дөйөм белем биреү мәктәбе башланғыс синыф уҡыусыларының ёлка байрамы үткәрелде. 4-се, 1-се класс уҡыусылары Альниса Рәхимйән ҡыҙы Каримова сценарийы буйынса тамаша әҙерләнеләр. Балалар һаны аҙ булыу сәбәпле сценарийҙа 2-3 класс уҡыусылары ла ҡатнашты (класс етәксеһе Сөмбөл Әхәт ҡыҙы Ильясоваға ҙур рәхмәт).
Байрамды мәктәп мөдире Гульназ Рәсүл ҡыҙы Рахмангулова асып ебәрҙе. Ул 2022 йылға йомғаҡ яһап, уҡыу алдынғыларын маҡтау грамоталары менән бүләкләп үтте.
Артабан инде "Яңы йыл" әкиәте башланып китте. Башҡорт мәктәбе булғас, байрамды төп геройыбыҙ Ҡыҙыҡай башҡорт бейеүе менән асып ебәрҙе. (Эльмира Вәлиева). Уның бейеүе барыһына ла оҡшағандыр тип уйлайым.Артабан байрамға ҡәҙерле ҡунаҡтар- урман йәнлектәре, кәзә бәрәстәре йыйылды. Әлбиттә ниндәй Яңы йыл Мәскәй әбейебеҙҙән башҡа үтһен инде. Ул да байрамдың иң түрендә булды. Ҡуяндарҙың, Кәзә бәрәстәренең,Мәскәй әбейҙең шаян бейеүҙәре тамашасыларға бигерәк тә оҡшаны.
Ә иң оҡшағаны пар аттарҙа елеп Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың килеүе булды. Әлбиттә Ҡарһылыуҙың дуҫтары Ҡар бөртөктәре лә бында ине. Улар елпенеп-елпенеп бейеп Ҡарһылыу менән Ҡыш бабайҙың яҡынлашыуҙары тураһында хәбәр алып килде.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу үҙҙәре менән тағы ун ике йәнлек- йыл символдарын да алып килгәйне. Балалар улар тураһында йомаҡтар систеләр, Яңы йыл -Ҡуянды ҡаршылап изге теләктәр теләне, иҫке йыл-Юлбарыҫты маҡтап шиғырҙар һөйләне.
Байрам аҙағында уҡыусылар шыршы тирәләй йырланылар, бейенеләр, шиғыр һөйләнеләр. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларға күстәнәстәр өләште.
Яңы йыл байрамы балалар күңелендә бүләктәре, тәмле күстәнәстәре менән һаҡлана. Байрам байрамса булһын өсөн аҡсалата ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙ Ильдар һәм Фарида Кутлуюлов тарға, Ильяс, Алсу Валитов тарға, Заһитов Салауат Ринат улына,
Нурия Урал ҡыҙы,Риф Минигарифович Валиев тарға, Нурғәли Әмерхан улы Кильдинға, башланғыс класта уҡыған һәр балаға тәмлекәстәрҙән торған "Ҡыш бабай тоҡсайҙары" алып килгән ауылдашыбыҙ Хасан Ғәйнулла улы Ибраковҡа ата -әсәләр , балалар, уҡытыусылар исеменән ҙур рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ байрамды музыкаль биҙәү яғынан Айнур Сайфутдинов менән Расима Назарова ярҙам иттеләр. Улар бер ҡасан да ярҙамдан баш тартмай, һәр саҡ йүгереп килеп етәләр. Ҙур рәхмәт!
Яңы 2023 йыл уңыштарға мул, күңҽлҽбҽҙ тыныс, һаулығыбыҙ ҡоростай, илҽбҽҙ тыныс булһын!

Просмотров: 86 | Добавил: Alexleo11 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Январь 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz