Суббота, 18.05.2024, 16:30
Приветствую Вас Гость | RSS

Филиал МБОУ СОШ с.Степановка «ОШ с.Турумбет»

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2019 » Июнь » 1 » БАШЛАНҒЫС КЛАСС МЕНӘН ХУШЛАШЫУ
21:02
БАШЛАНҒЫС КЛАСС МЕНӘН ХУШЛАШЫУ

  

   29 май көнө Төрөмбәт мәктәбенең 4-се класын тамамлаусы 10 уҡыусы өсөн сығарылыш тантанаһы үтте. Балаларҙың байрамын ҡарарға уҡытыусылар, ата-əсəлəре, туғандары ла килгəн ине.
   Байрам сараһының төп геройҙары – 4-се класс уҡыусылары башҡарыуында шиғри юлдар, йыр-бейеүҙəр сараның башынан алып аҙағынаса оҙатылып барҙы. Башланғыс кластың сығарылыш уҡыусылары, парланышып бейеп, дəртле йырлап, тасуири шиғырҙар һөйлəп, үҙҙəренең байрамын биҙəне, һəлəттəрен күрһəтте.
    Артабан уларҙы ихлас тəбриклəп мәктәп мөдире Гөлназ Әкрәм ҡыҙы дүртенселəрҙең уҡыуҙа, спортта, мəҙəниəттə өлгəшелгəн уңыштарын һанап үтте. Балаларҙың беренсе уҡытыусыһы Гөлфинур Рәүеф ҡыҙын Маҡтау грамотаһы, уҡыусыларҙың ата-əсəлəрен Рəхмəт хаттары менəн бүлəклəне.
    Ата-əсəлəр ҙə был сарала əүҙем ҡатнашты. Мәйсәрә Миниәсҡәт ҡыҙы, Альбина Ғәли ҡыҙы балаларын аң-белемгə, һəлəттəрен асыуға һəм үҫтереүгə булышлыҡ иткəн уҡытыусыға, мәктәп етәкселегенә етəкселегенə һəм унда эшлəгəн барлыҡ хеҙмəткəрҙəргə дүртенселəрҙең ата-əсəлəре исеменəн рəхмəт һүҙҙəрен еткерҙе, балаларға бүлəктəр тапшырып үтте.
    4-се класс уҡЫусыларына иҫəнлек-һаулыҡ, юғары кластарҙа ла белем үрҙəренə үрлəгəндə уңыштар, ə ата-əсəлəргə һəм уҡытыусыларға оло түҙемлек, сыҙамлыҡ, ҡаҡшамаҫ сəлəмəтлек телəйбеҙ!

Просмотров: 235 | Добавил: Alexleo11 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Июнь 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz