Суббота, 18.05.2024, 18:26
Приветствую Вас Гость | RSS

Филиал МБОУ СОШ с.Степановка «ОШ с.Турумбет»

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2023 » Январь » 10 » Ауырғазы тарихты һәм крайҙы өйрәнеү музейына экскурсия
15:00
Ауырғазы тарихты һәм крайҙы өйрәнеү музейына экскурсия

#2022Башкорт_мәҙәниәтен_һәм рухи_мираҫты_һаҡлау_йылы #Төрөмбәт_дөйөм_белем_биреү_мәктәбе#Халҡым_мираҫын_өйрәнәм
 #14декабрьБашҡорттелекөнө #Толбазы#Ауыргазы#Музей#

 
Ауырғазы тарихты һәм крайҙы өйрәнеү музейына уҡыусыларыбыҙҙы Башҡорт теле көнө уңайынан ойошторолған сараға саҡырып алдылар. Беҙҙең мәктәптең 5,6,7(етәкселәре Ильясова Ф.М, Рахмангулова Г.Р.) һәм Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының 7 кластары өсөн бай йөкмәткеле программа төҙөлгәйне.
Уҡыусыларҙы талантлы ҡурайсы Фәһим Ғайсин ағайҙары ҡурайҙа "Урал "көйөн уйнап, ҡаршы алды. Башҡорт теле уҡытыусыһы Батталова Рәсилә Минисламовна "Кара юрга","Любизар"исемле башҡорт халыҡ йырҙарының тарихын,"Ҡурай" әкиәтен һөйләне,йыр көйҙәре шунда уҡ ҡурайҙа уйнап ишеттерә барылды .Уҡыусылар "Любизар"йырын ҡушылып йырлап та алдылар.
Артабан балалар Аминева Гөлсәсәк Зинур ҡыҙы әҙерләгән уйындарҙа ҡатнашты, бөйөк шағирыбыҙ Аҡмулла,башҡорт шиғриәте күгендә атылған йондоҙ булып балҡыған яҡташ шағирыбыҙ Рәшит Назаровка әҙерләнгән күргәҙмәләр менән танышты. Беҙҙең балалар йыл да яратҡан шағирҙарының шиғырҙарын ятлай, бәйгеләрҙә ихлас ҡатнаша. Әңгәмә барышында улар ҙа ихлас күңелдән шиғыр һөйләп ишеттерҙе.Бигерәк тә шиғырҙы ла,йырҙы ла берҙәй оҫта башҡарған талантлы ҡыҙыбыҙ Ильясова Фирүзәнен сығышын яратып ҡаршы алдылар.
Балаларҙың халыҡ тарихын , мәҙәниәтен өйрәнеүендэ тос өлөш булған был сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.

Просмотров: 72 | Добавил: Alexleo11 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Январь 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz