Суббота, 18.05.2024, 12:53
Приветствую Вас Гость | RSS

Филиал МБОУ СОШ с.Степановка «ОШ с.Турумбет»

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2022 » Февраль » 23 » Аталы бала-арҡалы бала
14:55
Аталы бала-арҡалы бала

#23февраля #ЗащитникиОтечества, #НашиЗащитники
#Ватандыһаҡлаусыларкөнө

 Беҙҙең башҡорт халҡы элек – электән илдең терәге – ир – егет, ғаилә терәге - атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараған. Шуға күрә лә Ир – егеткә - ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс бирелгән.
Балалар Ватанды һаҡлаусылар көнөнэ олаталарын,аталарын,ағайҙарын саҡырып, тулҡынланып көтөп алдылар.
Балалар ҡәҙерле кешеләренә ихлас теләктәрен йыр ,шиғыр аша еткерҙеләр.Ватан һаҡсыһына хас сифаттар:етеҙлек, көс,бер-береңэ ярҙам итеү-ололар һәм балалар араһында эстафета үткәргәндә күренде. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы,тамашасылар һәр ҡатнашыусының уңышын хуплап ,ҡаршы алды,дәртләндереп ҡул сапты. Ярышта ҡатнашҡан 3,5 класс малайҙары сос та ,етеҙ ҙә булып сыҡтылар. Афарин! Атайҙарға килгәндә инде ,уларҙың һәр береһе тураһында тик оло ихтирам менән генә һөйләргә була:ауылдың, ғаиләләренең, мәктәптең ҙур терәге,өмөтө ,ышанысы улар.
Уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Байрамдан күгебеҙ тыныс ,аяҙ ,донъялар имен булһын тип,күтәренке кәйеф менән таралыштыҡ.

Просмотров: 130 | Добавил: Alexleo11 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Февраль 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz