Суббота, 18.05.2024, 20:28
Приветствую Вас Гость | RSS

Филиал МБОУ СОШ с.Степановка «ОШ с.Турумбет»

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2022 » Март » 14 » 8 март-халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!
17:00
8 март-халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!

 

https://vk.com/public198346316?z=video-198346316_456239057%2Fbd23f393d192bcf6f8%2Fpl_wall_-198346316

Ергә шаулап-гөрләп яҙ килгәндә билдәләнә 8март байрамы,сөнки хатын -ҡыҙ үҙе лә Яҙ һымаҡ һәр саҡ күкрәп-балкып тора,янындағыларҙы үҙенең һөйөүе ,иғтибары, йылылығы менән наҙға сорнай. Һәр баланың яҡын кешеләренә булған иң йылы хистәре йөрәк түрендә һаҡланып ,тап ошо көндө изге теләктәр булып ҡәҙерлеләренә еткерелә.Байрамга арналған сараға мәктәп байрамса биҙәлде ,балалар иншалар яҙҙы, һүрәттәр төшөрҙө, яңы йыр -бейеүҙәр өйрәнде, үҙ ҡулдары менән матур бүләктәр эшләне. Тейешле сәғәткә байрамса кейенгән,күтәренке күңелле өләсәйҙәр, әсәйҙәр, апайҙар дәррәү йыйылды.Афарин!!!Алтынсыларыбыз ,класс етәксеһе Ильясова Ф.М. әҙерләгән әҙәби сара йыр - моңға,бейеүҙәргә үрелеп барҙы.
Матур йырҙарыбызга "Умырзая",йырланылар Гө лфинур Рауфовна, Гөлназ Расуловна,"Тал бишек"-Минира Винеровна ,эшләнгән хореографик композициялар (инглиз теле уҡытыусыһы Гөлназ Расуловна етәкселегендә)барыбыҙҙың күңеленә хуш килде,күңелдәрҙе нескәртеп ебәрҙе. Ҡатын-ҡыҙ күңеле лә бит бәләкәстәребеҙ һүрәтләгән умырзая һымаҡ саф,яҡтылыҡҡа ынтылыусан .Һәр әсә бишектә үҫтергән сабыйҙарын ғүмер буйы һаҡлап барыр изге йән ул.Ҡунаҡтарыбызга ҡотлау ихлас күңелдән башҡарылған башҡа шиғырҙарҙа,бейеүҙәрҙә лә сағылды.Байрам күтәренке кәйеф, киләһе көнгә ышаныс бирҙе.
Ауылыбыҙҙың,мәктәбебеҙҙең терәге булған аҫыл хатын -ҡыҙҙарын,уҡыусы ҡыҙҙарыбыҙзы,күркәм байрам менән ҡотлайбыҙ!!!Йөҙөгөҙзэн ихласлыҡ, мөләйемлек , яҡты нур һүнмәһен. Һәр саҡта ла шулай серле,наҙлы, һылыу булып ҡалығыҙ!Һаулыҡ, күңел тыныслығы, аяҙ тыныс күк йөҙө теләйбеҙ.

Просмотров: 91 | Добавил: Alexleo11 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Март 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz