Суббота, 18.05.2024, 19:08
Приветствую Вас Гость | RSS

Филиал МБОУ СОШ с.Степановка «ОШ с.Турумбет»

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2014 » Май » 21 » 14 майҙа Төрөмбәт мәктәбендә “Башҡортостан ” гәзите хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар,сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу үтте
21:36
14 майҙа Төрөмбәт мәктәбендә “Башҡортостан ” гәзите хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар,сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу үтте

14 майҙа  Төрөмбәт мәктәбендә “Башҡортостан ” гәзите хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар,сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу үтте.Был сараны  ойоштороусылар булып  “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре  тора.Ауылдашыбыҙ, күренекле  шағир  Рәшит Назаровтың юбилейына әҙерлек сиктәрендә саралар планы -  осрашыуҙың төп  маҡсаты.Осрашыуҙы асып, гәзитттең баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов  редакция тарафынан планлаштырылған  саралар   менән таныштырҙы:

-Р.Назаровтың туған  мәктәбендә уның  аллеяһын булдырыу;

-Мәктәпкә  Р.Назаров исемен биреү;

-Башҡалала  Рәшит Назаров  урамы булдырыу;

         Рәшит Назаровты   донъяға  танытыуҙа ҙур роль уйнаған шағир Риф Мифтахов ,шағир  шиғырҙары әле тикшереп бөтөлмәгән,уларҙы сығарыу буйынса  күп эштәр тора,тине. Был эштә   район етәкселегенең,һеҙҙең,ауылдаштрының  да,әүҙемлеге  кәрәк.Сөнки  шағир  юбилейына әҙерләп тапшырылған китап  нәшриәттең   китап сығарыу  планына индерелмәгән.Рәшиттең исемен мәңгеләштереү сараһын  бергәләп күрергә кәрәк, тине Р.Мифтахов  һүҙен йомғаҡлап.

         Сәнғәт әһелдәре,яҙыусылар һәр береһе  редакция хеҙмәткәрҙәренең  башланғысын  яҡлап сыҡты.

         Сараның  иң  тулҡынландырғыс  мәле– Рәшит Назаров   аллеяһына   ағастар ултыртыу.Өфө  ҡунаҡтары ҙур  теләк  менән тотондо был эшкә.

... 70 ағас.70 йәш.  Алла бирһә,Шағирыбыҙ әйтмешләй, урман шаулар, шағир  урманы!

Просмотров: 830 | Добавил: Alexleo11 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Май 2014  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz