Суббота, 18.05.2024, 19:40
Приветствую Вас Гость | RSS

Филиал МБОУ СОШ с.Степановка «ОШ с.Турумбет»

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2023 » Январь » 10 » 14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ
14:37
14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ

#БашкортТелеКөнө #АҡмуллаДиктанты #АкмуллинскийДиктант
   

https://youtube.com/shorts/YLihKXam1ig
Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.
Йыл да был көндәрҙә республикала башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереү буйынса саралар үтә:шиғыр бәйгеләре,фәнни-ғәмәли конференциялар,онлайн-викториналар һ.б . Төп мәғариф усаҡтарының береһе Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәргән " Аҡмулла диктант "ын ҡатнашыусылар йыл да көтөп ала.Уҡыусыларыбыҙ мәғрифәтсебеҙҙең тормош -юлы,ижады, башҡорт мәҙәниәте буйынса һорауҙарға ихлас яуап бирә. Фәһемле, ҡыҙыҡлы сара өсөн ойоштороусыларға ҙур рәхмәт еткереп ,уҡыусыларыбыҙға белем үрҙәренә артылыуза уңыштар теләйбеҙ.
Диктанттан ҡайһы бер һорауҙар:
М. Аҡмулла нисәнсе йылдарҙа йәшәгән? (1831-1895).
Ул ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем алған? (Туҡһанбайҙа, Мәнәүеҙтамаҡта, Әнәстә, Стәрлебашта, Троицкиҙа).
Ни өсөн уны Аҡмулла тип атайҙар? (Ҡаҙаҡтар уға тура һүҙлелеге, уҡымышлылығы өсөн Аҡмулла исемен бирәләр).
Әҙиптең ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ? (“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Минең ятҡан урыным – зиндан”, “Нәсихәттәр”, “Бәхет”, “Тиһеңме?”, “Донъя”, “Көн”, “Көҙ” һ.б.).
Аҡмулла ҡайҙа ерләнгән? (Миәс ҡалаһында).
Аҡмулла премияһы лауреаттары кемдәр? (Р.Шәкүр, Ә. Вәхитов, З.Басыров, Р.Сәхәүетдинова, З. Исмәғилев, Р. Солтангәрәева).
Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү өсөн республикала нимәләр эшләнгән? (1981 йылда Туҡһанбай ауылында М. Аҡмулла музейы асылды, 1980 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән М. Аҡмулла исемендәге премия булдырылды, “Башҡортостан” киностудияһы “Аҡмулла” тигән документаль фильм төшөрҙө, З. Исмәғилев И. Дилмөхәмәтов либреттоһын “Аҡмулла” опера яҙҙы).
Өфөләге ҡайһы уҡыу йорто Аҡмулла исемен йөрөтә? (Өфөлә, БДПУ)
Аҡмулла. Башҡорттарым,уҡыу кәрәк.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,
Яһиллыҡтан килә ятыр ҙур афәттәр.
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,
Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.

Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.

Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.
Белемлелек — арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

Просмотров: 66 | Добавил: Alexleo11 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Январь 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz